Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2025, 05:26

Юлдарға иғтибар артты

Әбйәлил районында юл ремонтлау, яңыртыу эштәре бара. Тиҙҙән "Красная Башкирия" совхозының Үҙәк усадьбаһы - Покровка юлы өр-яңы булып, ялтырап ятасаҡ.  

Юлдарға иғтибар арттыЮлдарға иғтибар артты
Юлдарға иғтибар артты
Был юлды «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса яңырталар. Озерное ауылына яҡын ерҙә асфальт түшәлә, юл ситтәре нығытыла, яңы билдәләр ҡуйыла.
Был юлдан Мулдаҡкүлгә баралар, уны туристар бик ярата. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһы аэропортына ла ошонан үтәләр. Мөһим трасса йәғни.
Әйткәндәй, быйыл Өфө - Инйәр - Белорет, Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск, Магнитогорск - Ира, Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе, Белорет - Учалы - Мейәс юлдары яңыртыласаҡ.
 
Фото: Минтранс РБ.
Юлдарға иғтибар артты
Юлдарға иғтибар артты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас