

Оксана Соло Ырымбур өлкәһенең Полковник тауынан 2300 км юл үтеп, Дятлов перевалына тиклем барып етергә ниәтләгән.
"Был рекорд ҡуйыу өсөн поход түгел, ә, тәү сиратта, донъяға яратҡан Уралымды күрһәтеү", тип яҙған социаль селтәрҙә Оксана. Әйткәндәй, Оксана Соло – уның псевдонимы.
15 майҙа юлға сыҡҡан сәйәхәтсе финишҡа 100 көндә барып етергә самалай.
19 июндә, мәҫәлән, ул Яланғас тауында төн үткәргән, 20-һендә – Ирәкташтарҙа. Унан алда Мораҙым тарлауығына һоҡланыуын белдереп, яҙмалар ҡуйғайны.
Проекттың атамаһына килгәндә, Оксана юлдың бер өлөшөн бейек үксәле туфлиҙа үтә. Эйе, ул юлда төрлөсә бара – уңайлы кеды, туфли, кроссовки, шлепанцы – төрлө аяҡ кейеме бар. Иң мөһиме – алға атлай!
"Ҙур Урал һуҡмағы" (Большая Уральская тропа) маршрутын өйрәнеп, танытырға иҫәбем, ти ул. Уға был еңел булмаған юлында ярҙам итеүселәр ҙә бар, әлбиттә.
#УралНаКаблуках #БУТ2300 #ОксанаСоло
Фото: СОЛО путешествия|Оксана Соло