

Төньяҡ Кавказ федераль округында филлер менән ирен бүлтәйттереү процедураһы тарала башлаған, ти. Был турала үҙәк яңылыҡтар баҫмалары хәбәр итә.
Ирҙәр ирен ҙурайтыуға 20 мең һумға тиклем аҡсаһын сығарып һалырға ла йәлләмәй. Иң арзан процедура – 5000 һум.
Әлбиттә, был эш бик йәшерен алып барыла. Сөнки, беләһегеҙ, Кавказ ир-аттары ярайһы ҡыҙыу – берәйһенең иренен ҙурайтҡанын белеп ҡалһалар... Абау! Шуға, ти, мәҫәлән, Лента.ру баҫмаһы, клиенттар косметологтарға төнөн генә йөрөй.
Их, ҡыҙҙар... Бына ҡоторттоғоҙ... Сер итеп кенә әйтәбеҙ – ҡалын ирендәрҙең модаһы бөттө))) Артта ҡалған былар)))