+22 °С
Ямғыр


Июль, йәй уртаһы булараҡ, иң эҫе ай иҫәпләнә торғайны. Хәҙер бөтә нәмә буталды, ахыры. Белгестәр фаразына ҡараһаң, әллә ни эҫе лә булмай әле. Көндөҙ +25 градустан күтәрелмәҫ, тиҙәр.
Хатта ҡояшлы көнгә ҡарағанда, болотлоһо, ямғырлыһы күберәк буласаҡ, имеш. Шулай ҙа ҡайһы бер метеорологик хеҙмәттәр айҙың икенсе яртыһы бик матур буласағын юрай.
Фото: автор фотоһы.