Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2025, 05:44

Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?

Эксперттар 10 райондан 29 ҡымыҙ өлгөһөн тәмләп ҡарағандан һуң, һығымта яһаған. 

Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?
Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Үҙебеҙҙекен һайла" проекты буйынса республика конкурсының баһалама комиссияһына БДАУ, БДМУ, "Роспотребнадзор" белгестәре, шулай уҡ «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты эксперттары ингән. Конкурсты ойоштороуҙа әлеге институтҡа БР Ауыл хужалығы министрлығы булышлыҡ иткән.

Жюри һығымтаһы шундай: иң шәп ҡымыҙ Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә әҙерләнә.

Баймаҡ районының "ЭкоПродукт" компанияһы бешкән ҡымыҙ иң яҡшылар араһында иң яҡшыһы булып танылған. Икенсе урында - Стәрлебаштан Алмаз Рәхимғолов, Йәрмәкәйҙән Зөбәйер Гаджиев. Өсөнсө урынды Әлшәй районынан Азат Ғарифуллин менән Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводы бүлешкән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан һәм bashkortostan.er.ru

Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?
Иң тәмле ҡымыҙҙы ҡайҙа бешәләр?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас