

Мәскәүҙә булған хәл ул. 60 йәшлек бер ир урамда саҡта, ҡапыл көслө яуын башланғас, ниндәйҙер ҡыуаҡ араһында йәшенмәк булған. Ямғыр бер аҙ туҡтауға эштәре буйынса ары киткән. Кисен иһә тәнен сабыртмалар ҡаплап алған.
Ирҙең ҡулы, муйыны шешенгән, тиреһе һыҙлаған. Уны "Тиҙ ярҙам" менән Склифосовский ғилми-тикшеренеү үҙәгенә алып барғандар. Табиптар ирҙә көслө химик яныу булғанын аңлаған. Баҡһаң, теге ямғырҙан балтырған (борщевик) араһында йәшенгән, имеш. Күрәһең, ҙур булып үҫкәндер инде үлән.
Ҡойма ямғыр һыуы үләндең ағыулы һуты менән ҡушылып, ирҙең кейемен һыулаған, тәненә аҡҡан, һуңынан ҡояш нуры менән реакцияға инеп, тиреһен яндырған.
Шулай ҙа була. Ямғырҙа үлән араһында ла ҡурҡыныс...
Фото: Telegram-канал SHOT