"Таҙа планета: экономялайбыҙ һәм эшкәртәбеҙ" тигән үҙенсәлекле дәресте "Экологик именлек" милли проекты буйынса ТКО операторҙары ойошторған.
"Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ" белгестәре балаларға тәбиғәтте һаҡлау, ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ эшкәртеү тураһында һөйләгән. Сүп-сарҙы айырым йыйып, эшкәртеүҙең мөһим икәнен өйрәнгән балалар.
Бындай осрашыуҙар һәр ваҡыт файҙалы, ти ойошторусылар ҙа, лагерь тәрбиәселәре лә.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.