Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2025, 06:44

Балаларға үҫеш мөмкинлектәре күп

Шундай мөмкинлектәрҙең береһен бөгөнгө заманса китапханаларҙа алырға була. Хәҙерге китапханалар мәҙәни, мәғариф үҙәктәре ролен дә үтәй.

Балаларға үҫеш мөмкинлектәре күпБалаларға үҫеш мөмкинлектәре күп
Балаларға үҫеш мөмкинлектәре күп

Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Ғаилә" милли проекты маҡсаттарына тура килгән саралар йыш үтә. Әйткәндәй, заманса китапханалар "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса эшләнгән. 

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районының Наумовка китапханаһында "Йәйғор" инклюзив клубы эшләй. Балалар бында һәр шәмбе йыйыла, улар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгенән килә. Бик файҙалы саралар ойошторола, ти китапханасылар.

Фото: Министерство культуры Республики Башкортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас