

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламент Президиумның ултырышы үткән, унда егерме дүртенсе ултырыштың көн тәртибе раҫланған.
Президиумдың ҡарары буйынса яҙғы сессияның йомғаҡлау пленар ултырышы «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһын 2025 йылда ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары тураһындағы докладты тыңлауҙан башланасаҡ, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте.
Көн тәртибенә барлығы 70-тән ашыу мәсьәлә индерелгән. Уларҙың күбеһе республика закондары проекттары менән бәйле. Иң мөһим закон проекттары иҫәбендә – «Башҡортостан Республикаһында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы бер категорияларын дәүләт яҡлауы тураһында»ғы закон проекты бар.
Депутаттар барлығы ҡырҡ закон проектын тикшерәсәк.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.