

Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа студенттарға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күләмен арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Ул вуздарҙа, өҫтәмә һөнәр биреү һәм фәнни ойошмаларҙа уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла.
Түләүҙәрҙе суденттар уҡыған биләмәләге хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың йәшәү минимумына еткереү планлаштырыла. Шулай итеп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның уртаса күләме һөнәр алыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 90 202 һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта бындай пособие стипендия күләмендә түләнә һәм 23 мең һумдан артмай ине.