Унда бер төркөм табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының профессиональ оҫталыҡтары юғары баһаланды. 40- тән ашыу табип һәм медицина хеҙмәткәре хеҙмәте Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында акушер булып эшләүсе Миңзәлә Сәғитова ла бар. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Миңзәлә Сафуан ҡыҙының хеҙмәт стажы 42 йыл. Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Асҡын районында өс йыл эшләп ҡайтҡандан алып Урғаҙала эшләй ул. «Эшемде бик яратам. Бик күп сабыйға яҡты донъяға килергә ярҙам иттем. Әле иһә ошондай ҙур баһа алыуыма бик шатмын. Тимәк, минең хеҙмәтем бушҡа булмаған. Минең хеҙмәтемде күреп, ошондай юғары баһаға тәҡдим иткәндәре өсөн район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужинға, үҙемдең коллегаларыма ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм», – ти ул ҡыуанысы менән уртаҡлашып.