Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2025, 05:05

Элвин Грей гастролдәрен туҡтатып тора

Был хаҡта йырсы социаль селтәрҙәге дуҫтарына хәбәр итте.

Элвин Грей гастролдәрен туҡтатып тораЭлвин Грей гастролдәрен туҡтатып тора
Элвин Грей гастролдәрен туҡтатып тора

– Сәләм, дуҫтар! Гастролдәр-ул һәр ваҡыт адреналин, зал энергияһы һәм эмоциялар диңгеҙе. Әммә әлегә мин яңырыу кисерергә булдым.  Йәйҙе баланста үткәрәм: ҡояш, ижад һәм яңы проекттар. Пландарҙа-тректар яҙҙырыу, төшөрөү һәм ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу! Яңы миҙгелдә һеҙҙе хайран ҡалдырырға бар көсөмдө һалам!

Ә һеҙ йәйгә пландар төҙөнөгөҙмө? Комментарийҙарҙа бүлешегеҙ, бер-беребеҙҙе илһамландырайыҡ, – ти йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас