Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан дәүләт наградаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы указы менән оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы", "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Шулай уҡ РФ һаулыҡ һаҡлау министры приказы менән юғары профессиональ оҫталығы өсөн республика дауаханалары табиптары "Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы" билдәһе менән бүләкләнде . Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан етәкселеге исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына һәм медицина учреждениелары лаборанттарына рәхмәт белдерҙе. — Йәш барған һайын табип менән уҡытыусынан да мөһимерәк һөнәр юҡ тигән һүҙҙәрҙе нығыраҡ аңлай башлайһың. Уҡытыусы беҙгә белем бирә, ә табип ғүмер буйы яныбыҙҙа булып, иң ауыр мәлдәрҙә ярҙамға килә. Ашығыс ярҙам хеҙмәте, дауахана, поликлиника хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ҙур ихтирам менән һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, — тине ул сәләмләү һүҙҙәрен еткереп. Бүләкләнеүселәр араһында 29 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе, Республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәгенең баш табип урынбаҫары Зөлфиә Ғәлиева ла бар. Ул "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы" исеменә лайыҡ булды. — Минең өсөн был награданы алыу бик ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Ул минең хеҙмәтемә генә баһа түгел, ә хеҙмәттәштәремдең дә өлөшө ҙур, - ти ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып. - Шуныһы ҡыуаныслы: һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешә, үҙгәрә. ХХ быуат аҙағында үлемесле һаналған ауырыуҙарҙы хәҙер дауалау була. Мәҫәлән, ВИЧ-инфекция менән идара итеп була, ә С гепатитын тулыһынса дауаларға мөмкин. Өфө ҡалаһының 8-се клиник дауаханаһының травматолог- ортопеды Белал Халед Атик йәш саҡтан табип булырға хыяллана. Ул Фәләстанда тыуып үҫкән, Башҡортостанға 1992 йылда күсеп килә. Хәҙер инде Башҡортостан уға тыуған төйәгенә әүерелгән, ғаиләһе, өс балаһы бар, ошонда уҡ кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. — Минең өсөн оло мәртәбә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исеменә алыу. Ьик юғары награда һәм профессиональ ҡаҙаныштарымды таныу. Минең шатлығымды ғаиләм дә уртаҡлаша. Бер ҡасан да ошо һөнәрҙе һайлағаныма үкенгәнем юҡ, - ти ул.