

Уға, «партнер менән бала табу»ҙа (партнерские роды) ҡатнашҡан ир-аттарҙа тормош иптәшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөтә, тип яҙғандар.
– Ҡатының бала тапҡанда янында булғандан һуң, үҙ ҡатыныңа нисек ҡыҙыҡһыныу бөтөргә мөмкин инде? Был буш хәбәрҙе кем уйлап сығарған? Мин быңа ышаныуҙан баш тартам, сөнки ике тапҡыр ҡатыным бала тапҡанда янында булдым. Әммә минең беренсеһенән һәм икенсеһенән һуң да үҙ ҡатыныма ҡарата ҡыҙыҡһыныуым юҡҡа сыҡманы. Ә, киреһенсә, 100 мең тапҡыр артты! Әгәр ул юҡҡа сыҡһа, өсөнсө бала ҡайҙан барлыҡҡа килер ине? – тип яҙа блогер, ҡатыны менән төшкән видеоны ҡуйып.