Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2025, 10:20

Медицина хеҙмәткәрҙарен тәбрикләнеләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бөгөн Өфөлә медиктарға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт наградаларын тапшырҙылар.

Медицина хеҙмәткәрҙарен тәбрикләнеләрМедицина хеҙмәткәрҙарен тәбрикләнеләр
Медицина хеҙмәткәрҙарен тәбрикләнеләр

 40- тән ашыу табип һәм медицина хеҙмәткәрен хеҙмәте лайыҡлы баһаһын алды. Кеше һаулығы һағында тороусы изге һөнәр эйәләренә юғары наградаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы. «Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, коллегалар,ҡәҙерле табиптарыбыҙ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн беҙ тағы бер тапҡыр һеҙгә рәхмәт һүҙҙәребеҙзе әйтергә һәм хеҙмәтегеҙ менән һоҡланыуыбыҙҙы белдереү өсөн бында йыйылдыҡ, - тип сәләмләне ул тантанала ҡатнашыусыларҙы.  — Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ - ул көндәлек ҡаһарманлыҡ, сабырлыҡ, кешеләр тураһында туҡтауһыҙ хәстәрлек күреү, үҙ эшеңә бирелгәнлек өлгөһө. Кемдәр ваҡыт менән иҫәпләшмәй һәр ғүмер өсөн көрәшә, иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла өмөт уята, ышаныс бирә. Һеҙҙең белемегеҙ, һиҙгерлегегеҙ, профессионализмығыҙ меңләгән яҙмышты ҡотҡара, ә изге һүҙҙәрегеҙ ҡайһы бер осраҡта дарыуҙан да яҡшыраҡ дауалай. Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе! Урал Килсенбаев республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңыштарын да билдәләп үтте. Республикала һуңғы бер нисә йылдар 360-тан ашыу фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Был Волга буйы федераль округындагы 14 төбәктә ошо осорҙа төҙөлгән ФАП-тарҙың яртыһынан күберәге. Шулай уҡ Башҡортостан бер нисә көн элек кенә асылған кардиоүҙәктең яңы хирургия корпусы менән дә маҡтана ала. Тантаналы сарала БДМУ-ның кафедра мөдире Мәжит Нартайлаҡов Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Мажит Әхмәт улы хирургия өлкәһендә алдынғы белгес кенә түгел, тәжрибәле остаз да. Әлеге көндә уның уҡыусылары араһында 8 фән докторы һәм 47 фән кандидаты.Тап уның тырышлығы менән бер нисә йыл элек Башҡортостанда бауырҙы күсереп ултыртыу буйынса юғары технологиялы операциялар үткәрелә башлай. Әлеге көндә 66 ошондай операция эшләнган. Уның хеҙмәт съезы 40 йылдан ашыу. Студент сағынан уҡ медбрат булып эшләй башлай, ә инде 43 йыл - яуаплы операциялар башҡарыусы хирург. Уның был һөнәрҙе һайлауына колхозда эшләүсе атаһының бик иртә ашҡаҙан сиренән үлеп китеүе сәбәпсе була.Бала саҡта уны ҡотҡарып алып ҡалып булмаҫ инеме икән ни, тип күп уйлана ул. Шунлыҡтан мәктәпте тамамлағанда кем булырын да күптән хәл иткән була. Бүләкләнеүселәр араһында Шишмә үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеры Әнисә Ғәниева ла бар. Ул "Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды. БДМУ-ның кафедра мөдире Индира Сәхәүетдинова ла ошондай уҡ маҡтаулы исемгә эйә булды. Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты Рәмил Бадаҡшанов "Хеҙмәт ҡаһарманлығы" миҙалы менән бүләкләнде.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас