Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2025, 06:25

Фатирҙа ике мәйет табылған

Кисә Стәрлетамаҡта ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.  Фатирҙа ир-егеттең һәм ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәләре табыла.

Фатирҙа ике мәйет табылғанФатирҙа ике мәйет табылған
Фатирҙа ике мәйет табылған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта Патриотик урамындағы күп фатирлы йортта янғын тураһында хәбәр 17 июндә кискеһен килгән.

Ваҡиға урынына

килгән янғын һүндереүселәр һигеҙенсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа һәләк булған хужаларҙы таба. 64 йәшлек ир иҙәндә, ә 62 йәшлек ҡатын диванда ултырған.

 Аш бүлмәһендәге йорт мөлкәте яна, янғын һүндерелә. Фажиғә сәбәбе асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас