Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2025, 04:42

Башҡортостан экосистемаға ингән

Тулыһынса шулай: беҙҙең республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Рәсәйҙең стратегик эшләнмәләр үҙәге менән "Discover Russia" милли туристик брендтың экосистемаһына инеү тураһында килешеү төҙөгән. Был документ Башҡортостанда туризмдың әүҙем үҫеү мөмкинлеге бирә.

Башҡортостан экосистемаға ингәнБашҡортостан экосистемаға ингән
Башҡортостан экосистемаға ингән
Килешеү «Путешествуй» халыҡ-ара туризм форумында төҙөлгән. Был сара «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса уҙғарыла. 
"Discover Russia" — Рәсәйҙең туристик мөмкинлектәрен сит илдәрҙә таратыуға, танытыуға булышлыҡ итеүсе милли туристик бренд.
Форумда илебеҙҙең төрлө төбәгенән 100-ләп стенд эшләнгән. Башҡортостан унда тәбиғәт һәм мәҙәни байлығын, туризм йүнәлештәрен күрһәткән.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас