

Анжелика Өфө ҡыҙы, әлеге ваҡытта уға 33 йәш. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатын, Өфө дәүләт нефть-техник университетын һәм Лондондың Sotheby’s institute of art вузын тамамлаған. 18 йәшенән үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарай, шулай уҡ "Һылыуҡай", «Краса России — 2015», «Top-model of the world» матурлыҡ конкурстарында ҡатнаша. «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашыу иһә Анжеликаға айырыуса ҙур популярлыҡ килтерә.
Һуңғы йылдарҙа "Таланттар визаһы" менән Маями ҡалаһында йәшәй, яңы йырҙар яҙҙыра, картиналар төшөрә, модель булып эшләй. Һөйгән йәре менән ул Маями ҡалаһында танышҡан. Өс йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндән һуң, егет башҡорт ҡыҙына тәҡдим яһаған.