

Унда иҙәндәр шығырҙай,
Марш уйындар, өсмөйөш...
Эргәләге баҡсаларҙа -
Сәскә атҡан муйылдар.
Егеттәрҙә кирза итек,
Кемдәлер ялтыр галуш.
Анау гармонист егете
Күңелемә килә хуш!
Алдарында тыпырлатам,
Һелкенә бөтә донъя
Әхирәтемә өндәшәм:
Йөрәгем яна, тыйма!
Йәй аҙағы, уңышлы көҙ,
Һаман уйындар бара.
Йоҡо туймауға сәбәп юҡ:
Совхозда урыу бара.
Күрше ауылдан килгәндәр
Егеттәр матай менеп.
Кейем-тәндәренә бөткән
Бензин еҫтәре һеңеп!
Ғашиҡ булған йәп-йәш саҡтар
Шулдыр йөрәк шашыуы.
Иртә таңдан көтә беҙҙе
Ҙур сөгөлдөр баҫыуы!
Көндөҙ эштә, яланда беҙ,
Кисен - тағы клубҡа.
Шатлыҡ-ҡыуаныстан баштар
Тейә яҙа болотҡа.
Ҡышҡы һыуыҡ, аяҡтарҙа
Төпләнгән, йылы быйма.
Клуб эсе умарталай,
Һелкенә бөтә донъя!
...Әхирәтемә өндәшәм:
Йөрәгем яна, тыйма!
Дилара Махмутдинова