Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2025, 12:10

Үәт, шығайҙар!

Үткән шәмбелә Бүздәк районының Иҫке Шығай ауылында ҙур байрам уҙҙы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” гөрләне, тип хәбәр итәләр.

Үәт, шығайҙар!Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!

“Был осрашыуға Шығай халҡы оҙаҡ әҙерләнде. Башта байрам була торған урында, быуа буйында, беседка эшләнеләр. Ауыл халҡы аҡса йыйҙы, шунда тыуып-үҫеп, хәҙер ситтә йәшәүселәр ҙә ярҙам итте. Матур сәхнә лә эшләнде. Быуаға үрсетеү өсөн ваҡ балыҡтар ебәрҙеләр, тирә-яғына ағас, сәскәләр ултырттыҡ. Бик ҙур майҙандағы ерҙә ҡороған ағастарҙы киҫеп, үләнен сабып, тырматып, таҙалап ҡуйҙыҡ. Ҡаҙан аҫыу өсөн тағандар эшләнде, өҫтәл-эскәмйәләр ултыртылды, сүп-сар һалырға контейнер, бәҙрәф ҡуйылды. Бик күп кеше булды – һәр кемгә тиерлек туғандары ҡайтты.

Аш-һыу оҫталары дүрт ҡаҙан былау, бер ҙур ҡаҙан аш, бихисап шешлек әҙерләне.

Байрамды Өфөлә йәшәүсе ауылдашыбыҙ Зиннур Хажиәхмәтов алып барҙы. Ул бик күңелле итеп кисәләр-мәжлестәр ҙә үткәрә. Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар, бүләктәр бирҙеләр. Тағы бер билдәле ауылдашыбыҙ ҙа ҡайтҡайны – Фәнүз Ҡорбанғәлиев – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (был юғары исемде БР Башлығы Радий Хәбиров былтыр тапшырҙы), агрохолдинг етәксеһе.

Ҡайҙан ғына ҡайтмаған ҡунаҡтар – хатта Әбйәлилдән дә бар ине.

Балаларға ла бик күңелле булды. Рәхәтләнеп уйнаныҡ, бейенек, күңел астыҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, күрешеп-аралашып туйманыҡ.

Юбилярҙар тураһында ла онотманыҡ – улар ҙа сәхнә түрендә тәбрикләнде. Коммунистар партияһы исеменән ауылдың һуғыш балаларына, дүрт өлкән кешегә миҙал да тапшырылды. 

Рәхмәт яуһын ойоштороусыларға, байрамға әҙерләнеүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға! Киләсәктә лә шулай бергә-бергә именлектә осрашырға яҙһын! Туғандар, ауылдаштар, күршеләр, класташтар, дуҫтарҙың осрашыуын күреү – үҙе бер бәхет. Тыныслыҡ булһын!” – тип яҙҙы шығайҙар.

Сабай ауыл хакимиәте башлығы Данил Ихсанов та шығайҙарҙың ҡыуанысын уртаҡлашҡан. Ул, бына тигән ял урыны булдырыуҙы хуплауын белдереп, был эштәрҙең башында торған ауыл советы депутаты, Иҫке Шығай ауылы старостаһы Альберт Айҙаровҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. 

Һәр ауылдың шундай әүҙем кешеләре булһын!

Афариндар! Ауылдар шулай гөрләп торһон! Тыуған ауыл ситтә йәшәүселәрҙе осраштырыр, бергә йыйыр йылы урын булһын!

Ошо байрам уңайынан бик матур шиғыр ҙа яҙған Иҫке Шығай килене Таңһылыу Айҙарова.

"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"

(осрашыуға бағышлана)

Осоп ҡына ҡайттым Шығайыма,

Әйтерһең дә ҡанат ҡуйылған,

Ауылдаштар осрашыуы бөгөн,

Күрсе, күпме халыҡ йыйылған!

 

Һағынып та ҡайттым тыуған ерҙе,

Күрер өсөн Иҙәш буйҙарын,

Ергә ятып, Мулла ҡойоһоноң

Эсер өсөн тәмле һыуҙарын.

 

Өҙөп ҡабыр өсөн ҡайынлыҡтың

Иҫ китмәле тәмле еләген,

Зәңгәр күҙле мәтрүшкәне һыйпап,

Һулар өсөн еҫле үләнен.

 

Менер өөсн Йөрәктауҙарына,

Үрләр өсөн Таштау үренә,

Ауылыбыҙ унан ҡарағанда

Ус төбөндәгеләй күренә.

 

Байрам бөгөн, байрам ауылымда,

Шығай йырлай, илай шатлыҡтан,

Осрашыуҙар һирәк була хәҙер,

Кеше күңеле шуға зарыҡҡан.

 

Быуа буйы бигерәк йәмле бөгөн,

Яңғыратып тирә-яҡтарҙы

Һыҙҙыра гармун. Зиннур уйнай икән

Иҫкә төшөрөп йәшерәк саҡтарҙы.

 

Кесеһе лә, олоһо ла бында,

Алыҫтарҙан ҡайтҡан туғандар,

Байрам өҫтәлдәре һығылып тора,

Мул табындар ҡорған уңғандар.

 

Матур йырҙар ағыла, дер һелкетеп

Бейеүселәр баҫа өҙҙөрөп,

Һыу ташытып, арба ярыштырып

Үлтерә инде Зиннур көлдөрөп.

 

Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәҫ, ахыры,

Күп йыйылған йылдар буйына.

Ҡайтһаҡ ине йышыраҡ тыуған яҡҡа,

Һис көтмәйсә Һабан туйҙарын!

Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Үәт, шығайҙар!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас