Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2025, 13:45

Их, тағы бер ғүмер өҙөлгән!..

Сибайҙа мотоциклсы һәләк булған.

Их, тағы бер ғүмер өҙөлгән!..Их, тағы бер ғүмер өҙөлгән!..
Их, тағы бер ғүмер өҙөлгән!..

Бөгөн көндөҙ Тыныслыҡ урамында “Хонда” мотоциклының 42 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сыҡҡан һәм электр бағанаһына бәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә мотоциклсы ашығыс ярҙам килеп еткәнсе үлгән.

Әле ваҡиға урынында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, аварияның нескәлектәренә асыҡлыҡ индерелә.

Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас