Уның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалау һәм үҫтереү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күәреү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, уларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү.
Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһының медиа- үҙәгендә матбуғат конференцияһы ойошторолдо. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, «Ер ҡото» проектының авторы Гөлнәр Ҡолһарина фестивалдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар биреләсәген билдәләп үтте.
– Уҙған йылдан башлап фестивалде патриотик сара итеп ойоштора башланыҡ һәм махсус хәрби операция ветерандарын күпләп йәлеп итәбеҙ. Беҙҙең маҡсат яу яланынан яраланып ҡайтҡан һалдаттарға рухи һәм социаль ярҙам күрһәтеү. «Ер ҡото» фестивалендә халыҡ дауалаусылары менән бер рәттән традицион медицина ярҙамы ла күрһәтеләсәк. Бында «Сәләмәтлек поездары» эшләйәсәк. Бынан тыш, юридик ярҙам, психологик ярҙам пункттары була. Шулай уҡ төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары, конкурстар планлаштырылған, – тине ул.
Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова фестивалгә әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
– Район үҙәге биләмәһендә фестивалде үткәреү өсөн бик матур майҙан бар. Беҙҙең бөтә һабантуйҙар, башҡа ҙур саралар шунда үтә. Әле унда барыһы ла әҙер тип әйтергә мөмкин, бөжәктәрҙән эшкәртелде, сүп-сарҙан таҙартылды. Беҙ ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ, – тине ул.
«Ер ҡото» быйыл да бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Унда массаж, хиджама, гирудотерапия кеүек сәләмәтләндереү ысулдары ла тәҡдим ителә. Иң тәжрибәле халыҡ табиптарының оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға мөмкин. Һәр кем үҙенә оҡшаған халыҡ табибына мөрәжәғәт итеп, дауаланыу курсы үтә ала. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла сәләмәтлектәрен юғалтҡан батырҙар өсөн уларҙың барыһы ла бушлай тәҡдим ителә.
Фестиваль тәүге йылдарҙа Баймаҡ, Әбйәлил райондарында үткәйне. Быйыл иһә республиканың барлыҡ халыҡтары ла әүҙем ҡатнашһын тигән маҡсаттан сығып, уны Мишкә районында үткәрергә ҡарар ителгән. Икенсенән һәр райондың, һәр төбәктең үҙ имселәре, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡты улар менән дә таныштырыу зарур.
28 июндә Мишкә районынында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестиваль үтә. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалау һәм үҫтереү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күәреү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, уларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү.