

Һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла. Аҡсаны торлаҡ (йорт йәки фатир), өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин.
Ғаризаларҙы Спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығына тапшырырға мөмкин (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә). Талап ителгән документтар исемлеге ведомство сайтында баҫылған.
"Ҡала тренеры" программаһы 2024 йылдан эшләй башланы. Унда республикала биш йыл йәшәгән һәм торлаҡҡа мохтажлығы булған тренерҙар ҡатнаша ала.