

Әйткәндәй, маҡсатлы йыл саралары планында 99 сара. Әле уның 68 проценты үтәлгән. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары исемлеге яҙылған документ Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылының төп ваҡиғаларына бәйле үҙгәртелгән һәм тематик бүлектәргә бүленгән. Мөһим саралар араһында - медицина ярҙамы күрһәтеү. Шулай уҡ яугирҙарҙың балаларына ла күп төр ярҙам сараһы ҡаралған.
Фото: БР Башлығы сайтынан.