

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров был объекттарҙы «Профессионалитет» программаларына йәки төҙөкләндереү буйынса төбәк программаларына индереү мөмкинлеген ҡарарға һәм эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә күрһәтмә бирҙе.
"Ремонтҡа аҡсаның бер өлөшөн республика бүләсәк, бер өлөшөн эшҡыуарҙарҙан йәлеп итергә мөмкин. Үткән ял көндәрендә колледжда шәхсән үҙем булдым, унда барыһы ла таҙа һәм тәртипле, әммә беҙгә балаларҙы заманса шарттарҙа уҡытырға кәрәк", - тине ул дүшәмбе көнө хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
Фото: Олег Яровиков.