Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2025, 11:11

Яңы фельдшер-акушер пункты

Күгәрсен районының Түбәнге Һапаш ауылында "Оҙон һәм әүҙем ғүмер" милли проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушер пункты асылған.

Яңы фельдшер-акушер пунктыЯңы фельдшер-акушер пункты
Яңы фельдшер-акушер пункты

Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләүенсә, яңы фельдшер-акушер пункты бөтә талаптарға һәм нормативтарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, коллективтың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. ФАП Түбәнге Һапаш һәм Вәлит ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк (дөйөм алғанда, 350-гә яҡын кеше, шуларҙың 77-һе – балалар). Пациенттарҙы медицинаға 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған фельдшер Илүзә Инсеғолова ҡабул итәсәк.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матубғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас