Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2025, 09:37

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красниковтың фажиғәле һәләк булыуына бәйле, ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлаштыРадий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты
Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашты

- Был республика өсөн ҙур юғалтыу. Николай Красников һоҡланғыс спорт яҙмышлы кеше. Бик оптимист ине. Осрашҡан һайын ниндәйҙер пландар менән яныуын һөйләне. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, - тине Радий Хәбиров.

Красников юл фажиғәһендә үлгән. Бөгәсә төнгө сәғәт 3-тәрҙә Кушнаренко районындағы трассала машинаһы менән йөк автомобилдәренә бәрелгән, тигән хәбәр килде.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас