Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2025, 11:30

Иғтибар, көн торошо боҙола!

Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!

Иғтибар, көн торошо боҙола!Иғтибар, көн торошо боҙола!
Иғтибар, көн торошо боҙола!

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә, ә көнсығыш райондарҙа көслө ҡойма ямғырҙар булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 17 метр тиҙлеккә етә.

Юлдарҙа  күреү мөмкинлеге насарайыуы ихтимал.

 16 июндән 17-һенә ҡарай төндә һауа температураһы +11 ...+13 градус. Көндөҙ һауа температураһы  +21 ...+23 градус.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас