

Матур сара батыр һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Йәш музыкант Айҙар Байтимеров республика символы булған шәхескә ҡурай моңдарын бағышланы.
Артабан кисә Яҙыусылар союзы бинаһы сәхнәһендә дауам итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев 1997 йылда Салауат эҙҙәре буйлап Эстонияға сәйәхәтенән иҫтәлектәр менән бүлеште. Филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова театр сәхнәһендә Салауат образы тураһында һөйләп үтте.
Әҙәби сарала шулай уҡ шағирҙар Гөлназ Ҡотоева, Светлана Чураева, Кристина Книга, Ринат Сөләймәнов, Гөлдәриә Йосопова, Таңсулпан Рәсүл, яҙыусылар Ғәлим Хисамов, Марсель Сәлим, Руслан Сөләймәнов, Леонид Соколов, Заһиҙә Мусина, әҙәбиәт белгесе Ғиниәт Ҡунафин, йәш журналист Фәһим Әхмәровтар ҡатнашты.
Байрамды алып барыусы һәм ойошторусы Тәнзилә Дәүләтбирҙина Салауат Юлаев тураһындағы фильмды төшөрөү осорондағы хәтирәләре менән дә бүлеште.