Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2025, 11:45

"Алтын сөйҙәр"

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының туризм министры Зөһрә Гордиенкоға "алтын сөйҙәр" буйынса күрһәтмә бирҙе.

"Алтын сөйҙәр""Алтын сөйҙәр"
"Алтын сөйҙәр"

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғафури районы биләмәһендәге «Торатау» геопаркында «Усолка» һәм «Алыҫ Түлкәс» халыҡ-ара эталон геологик киҫелештәрендә "Алтын сөйҙәр" асылды.

— Был ысынында фән донъяһы өсөн дә, туризм өсөн дә ҙур ваҡиға. Яҡшы эш, уны дауам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас