Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2025, 11:45

Һалдаттар өсөн 1300 билбау!

Туймазы уңғандары блиндажда йәшәүсе яугирҙарға ярҙам итә.  

Һалдаттар өсөн 1300 билбау!Һалдаттар өсөн 1300 билбау!
Һалдаттар өсөн 1300 билбау!

Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡаланың ветерандар советы, Ағинәйҙәр ҡоро һәм "Маскита" ирекмәндәр клубы менән берлектә һарыҡ йөнөнән әҙерләнгән билбауҙар эшләй. Был эш Кендектамаҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Татьяна Гордина идеяһы менән башланып киткән. Яңы Бишенде һәм Бишҡурай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары иһә йөндө эшкәртеп, еп әҙерләп бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙар 2024 йылдың сентябренән алып бөгөнгө көнгә тиклем барлығы 1300 билбау әҙерләгән.

- Тәүҙә беҙ билбауҙы һуғыу станогында һуға инек. Хәҙер схемаһын өйрәнеп, бәйләй ҙә башланыҡ. Йөн етмәй башлағас, интернет-магазиндарҙан еп алдырабыҙ. Һалдаттар рәхмәт әйтеп ҡабул итә. Сөнки ул эске органдарҙы һыуыҡтан һаҡлай, шулай уҡ ауыр күтәргәндә билде, эсте тота. Ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы үҙем эшләгән үҙәккә саҡырып, шәхсән тапшырам, улар хатта дуҫтарына ла һорап алалар. "Өй еҫе килә", - тиҙәр йыш ҡына. Үҙемдең эштә лә, өйҙә лә һуғыу станогы тора, буш ваҡытым булыу менән эшкә тотонам. Ә еп менән энәләрем һәр саҡ үҙем менән, алыҫ юлға сыҡҡанда ла, кешегә барһамда буш ултырмайым, - ти Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Гөлмирә Бикбулатова.

Әйткәндәй, Гөлмирә апай үҙенең һөнәрен тыуған яғында - Ейәнсура районы уңғандарына ла өйрәтә. Самаҙы, Абзан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәргән, шулай уҡ яуҙағы яҡташтары өсөн шәхсән 40-тан ашыу билбау тапшырған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас