

Яҡын арала Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә субсидиялар бүлеү буйынса һуңғы ҡарар ҡабул итергә тейеш, тине Республика Башлығы оператив хөкүмәт кәңәшмәһендә.
"Беҙ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының беренсел медицина ярҙамын артабан модернизациялау өсөн финанслау тураһында һуңғы ҡарарын көтәбеҙ. Был ҙур эш һәм ярайһы уҡ ҙур аҡса. Беҙгә барыһын да һөҙөмтәле һәм тиҙ тормошҡа ашырырға һәм төҙөргә кәрәк буласаҡ. Шуға күрә ҙур эшкә әҙерләнәбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков.