Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2025, 06:07

Яугирҙарға социаль ярҙам саралары

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - дәүләттең мөһим бурысы: социаль ярҙам саралары системаһы эшләй.  

Яугирҙарға социаль ярҙам сараларыЯугирҙарға социаль ярҙам саралары
Яугирҙарға социаль ярҙам саралары

Пенсия льготалары
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осорон СФР-ҙың Башҡортостан буйынса бүлексәһе икеләтә күләмдә стажға индерә: бер йылда ике йыл стаж һәм 3,6 ИПК. Инвалидлыҡ осрағында ветеран бер юлы ике пенсия ала ала: йәш буйынса страховка һәм инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсияһы. Пенсия күләме, әгәр алыусы яҡындарын йәки туғандарын ҡараһа, арттырылырға мөмкин.

Социаль льготалар
СФР-ҙың Башҡортостан буйынса бүлексәһе МХО ла ҡатнашыусыларға:
1. хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләү;
2. Рәсәй Геройҙарына айлыҡ түләү;
3. социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына айлыҡ аҡсалата компенсация;
4. хәрби йәрәхәт буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация;
5. хәрби йәрәхәт буйынса өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт билдәләй ала.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас