

Яҡындары МХО зонаһында булған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик-мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проектҡа Республика Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең һөнәри йүнәлеш һәм ойоштороу-методик эштәр бүлеге мөдире Альбина Шәмшеева һәм директор урынбаҫары Румилә Кәлимуллина етәкселек итә.
Спектаклдән һуң проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Шумилов, атҡаҙанған артист Татьяна Афанасьева, актерҙар Татьяна Ахроменко, Руслан Катеринчук һәм Антон Костин, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге дәүләт Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеге студенты Влада Гудилина менән аралаша алды. Дуҫтарса мөхиттә улар спектаклдән алған тәьҫораттары, уның мәғәнәһе тураһында фекер алышты.