Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июнь 2025, 13:04

Бүздәк яугирҙарын иҫкә алып...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бүздәк районының махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттар –  Александр Овод, Алик Хубаев, Илмир Ғималетдинов, Эмиль Ғәлиуллин, Фларит Ғәлин, Азат Атнабаев, Айҙар Мәхмүтов, Эдуард Дистанов, Руслан Кашапов һәм Рәмил Котошов ғаиләләре менән осрашты.  

Бүздәк яугирҙарын иҫкә алып...Бүздәк яугирҙарын иҫкә алып...
Бүздәк яугирҙарын иҫкә алып...

Төбәк етәксеһе һалдат ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм егеттәрҙең яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң наградланған Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

— Ата-әсәләргә рәхмәт әйтәм — һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр үҫтергәнһегеҙ. Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Улар беҙҙең геройҙарыбыҙ. Һәм улар беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр, – тине Радий Хәбиров. — Яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында мотлаҡ хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Ә махсус хәрби операция тамамланғас, Өфөлә Башҡортостандан һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә мемориал урынлаштырасаҡбыҙ. Райондарҙа ла хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса эш алып барырбыҙ – обелисктар, аллеялар барлыҡҡа киләсәк.

Ул шулай уҡ яугирҙар һәм яуҙа һәләк булғандарға күрһәтелгән ярҙамдар, льготалар тураһында ла һөйләп үтте.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас