Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының яңы бинаһында үтәсәк фестиваль программаһын Өфөнөң "Нур" татар театры асты. Улар Айгөл Әхмәтвәлиева әҫәре буйынса Азат Йыһаншин сәхнәләштергән "Туташ" драмаһын күрһәтте.
Ҡазан тамашасылары спектаклде бик йылы ҡабул итте. Шулай уҡ театр тәнҡитселәре Наталья Каминская менән Елена Герусова ла уны юғары баһаланы.