Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июнь 2025, 06:53

Өфө - Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы!

Тейешле сертификат Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа тапшырылды.  

Өфө - Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы!Өфө - Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы!
Өфө - Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы!

Өфө рәсми рәүештә донъя һөнәрселек ҡалаһына әйләнде.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙең «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алған беренсе ҡала булды. Тейешле сертификат "ЕстьФест" фестивале сиктәрендә Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа тапшырылды. Ошо маҡсатта Өфөгә AISBL Бөтә донъя һөнәрселек советы делегацияһы килде.

Оҫталар ҡалалары исемлеге 2014 йылда формалаша башлай һәм уға Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең 60-ҡа яҡын ҡалаһы инә. Хәҙер был исемлеккә Рәсәй ҙә бар.

Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ "Өфө-Арена" алдындағы майҙанда халыҡ кәсептәрен, ҡкл эштәрен һәм сәнәғәт предприятиелары етештергән тауарҙарҙан күргәҙмә-һатыу ойошторолғайны. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Минск ҡалаһының башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев та ҡараны.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас