

12 июнь - Рәсәй көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп уҡыусыларына Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырҙы.
Төп документты уҡыуҙа, спортта, кластан тыш эшмәкәрлектә уңыштары менән айырылып торған балалар Республика йортонда, төбәк етәксеһе ҡулынан алды.
- Иң тәүҙә һеҙҙе илебеҙҙең төп байрамы - Рәсәй көнө менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн һеҙгә бик мөһим документ - Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырыла. Был - сағыу ҙа, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла ваҡиға. Бигерәк тә хәҙер, илһөйәрлек, яуаплылыҡ мәсьәләләре айырым әһәмиәткә эйә булғанда. Ауыр заманда йәшәйбеҙ, илдә махсус хәрби операция бара, унда бик күп яугирҙәр ҡатнаша. Ҡайһы берҙәрегеҙҙең туғандары яу яланында. Ә инде кемдәр атайҙарын юғалтҡан - уларға мәңгелек хәтер. Уларҙың батырлығына лайыҡ булыу, батырҙар ғаиләләренә ярҙам итеү - ҙур яуаплылыҡ.
Төбәк Башлығы бөйөк илдең граждандары булыуҙан ғорурланыу менән бергә йәш быуындың уның киләсәге өсөн дә яуаплылыҡ тойоу кәрәклеген дә билдәләне.