

Хөрмәтле ватандаштар, ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе ихлас күңелдән илебеҙҙең төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Был байрам Ватаныбыҙҙың көсөн, берҙәмлеген, бай мәҙәниәтен һәм күп быуатлыҡ тарихын символлаштыра. Ул тыуған илебеҙҙең данлы үткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе, лайыҡлы бөгөнгөбөҙ өсөн ғорурлығыбыҙҙы һәм бөйөк киләсәгенә ныҡлы ышанысыбыҙҙы сағылдыра.
Рәсәй – ул барыбыҙ ҙа, миллионлаған төрлө быуын, милләт һәм диндәге рәсәйлеләр. Күп быуатлыҡ ил йылъяҙмаһында 89 төбәктең һәр береһенән сағыу биттәр урын алған. Башҡортостан яҙмышы мәңгелеккә Рәсәй менән бәйле. Республикабыҙ һәр ваҡыт уның ышаныслы таянысы булды һәм булып ҡала.
Тыуған республикабыҙ һәм Бөйөк Рәсәй үҫешенә индергән уртаҡ тырышлығыбыҙ артабан да лайыҡлы һөҙөмтә килтерһен. Йөрәктәребеҙҙе Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү, уның именлеге һағына баҫҡандарға рәхмәт һәм ғорурлыҡ хисе тулыландырһын.
Рәсәй көнө, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм баш ҡалабыҙ Өфөнөң тыуған көнө менән, дуҫтар! Тыныслыҡ, именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ.