

Мәғариф учреждениеһы хәйриә фондтарын, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, эшҡыуарлыҡ субъекттарын һәм әүҙем граждандарҙы берләштергән “Өфө Изге” (“Уфа Добрая”) капиталь проекты ярҙамында барлыҡҡа килде.
"ПроДобро" — коворкинг үҙәге, унда айырым ихтыяждары булған балаларға үҙҙәренең һәләттәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр, профориентация һәм эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтелә. Ул 198 уҡыусыға иҫәпләнгән. Художество, социаль һәм гуманитар, шулай уҡ физик тәрбиә һәм спорт йүнәлештәре буйынса һигеҙ төркөм бар. Башҡортостан Башлығы йыһазландырылған кухняны, тегеү һәм керамика бүлмәләрен ҡараны, балалар менән аралашты, уларҙы үҙенең кабинеты буйлап экскурсияға саҡырҙы.
Үҙәк директоры Людмила Сәхәпова учреждениела йәшәү бүлмәләренең кәрәкле ҡорамалдар һәм көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылыуын билдәләне. Был балаларға киләсәктә оло тормош өсөн социалләшеү күнекмәләрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Үҙәктә шулай уҡ ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ошо категория кешеләре менән эшләргә теләгән ирекмәндәр һәм вожатыйҙар өсөн уҡыу курстары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ бында ҡатмарлы тормош осрағына ҡалған өфөләргә адреслы ярҙам йыйыу маҡсатында хәйриә саралары үткәреләсәк.
Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев "ПроДобро" үҙәге ҡаланың үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын берләштереүен билдәләне.
- Хәҙер был һеҙҙең өйөгөҙ, унда һеҙ бергәләп эшләйәсәкһегеҙ һәм үҫешәсәкһегеҙ. Беҙгә бурыстар ҡуйығыҙ һәм беҙ бөтә мәсьәләләрҙе бергәләп ошо майҙансыҡта тикшерәсәкбеҙ. "Өфө Изге" проекты сиктәрендә йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә нигеҙ булһын өсөн уңайлы мөхит булдырырға планлаштырабыҙ, - тине ҡала мэры.
Радий Хәбиров ҡала халҡын "ПроДобро" үҙәге асылыуы менән ҡотланы һәм уны булдырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.