Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июнь 2025, 05:50

Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...

"Еҙем" тәбиғәт паркында өмә үтте.

Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...
Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...
Ғафури районының был матур төбәгендә ойошторолған йыйыштырыу сараһы #Марафонзеленыхдел тип аталған бөтә Рәсәй экологик акцияһына ярашлы үтте һәм «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына ла тура  килә.
Парк хеҙмәткәрҙәре менән бергә өмәгә Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институтындағы геодезия, картография һәм геомәғлүмәти системалар кафедраһы студенттары ла сыҡҡайны. Улар Еҙем йылғаһының яр буйын таҙартты (6 км юл үттеләр). Йәштәр бер ыңғай уҡыу практикаһы өсөн дә файҙа алды - парк биләмәһенең рельефын, тупрағын, үҫемлектәр донъяһын өйрәнеп, топография буйынса мәсьәләләрҙе лә үтәне.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.
Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...
Еҙем буйҙары күркәмләнеп китте...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас