

Көн торошо фараздарына күҙ һалғанда, июндең икенсе яртыһында температура бер аҙ төшәсәк.
16-һында уҡ көндөҙ +22 генә күрһәтә. Шунан әкренләп йылыта барып, 22 июндә +26 градус булһа, 24-енә ҡапыл һалҡынайта: +18 генә фаразлана. Көндөҙ эҫе булмағас, төнөн дә шуға ярашлы температура, уртаса +12, +14 градус.
Июндең һуңғы биш көнөндә +25 градуслыҡ аяҙлы-болотло көндәр күҙаллана. Ямғыр улай уҡ күп яумаҫ, моғайын. Хәйер, алдан теүәл генә белеп тә булмай. Бәлки... Ихтимал...
фото: автор фотоһы.