Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2025, 09:53

"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин башлап ебәргән федераль программа буйынса мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, колледждарҙы ремонтлауҙы дауам итеү тураһында яҙҙы.

"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ""Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"

Әлеге ваҡытта 39 объектта эштәр бара, тип белдерҙе республика Башлығы:

- Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Салауатта, Бәләбәй, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дүртөйлө, Мәләүез, Тәтешле, Саҡмағош райондарындағы 34 мәктәптә,

- ике балалар баҡсаһында - Әбйәлил районының Асҡар ауылында һәм Сибайҙа,

- Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында, Стәрлетамаҡ политехник колледжында һәм Өфөләге Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт производствоһы колледжында.

- Ремонтты быйыл тамамларға тейешбеҙ - был уҡыу йорттарының күпселеге 1 сентябргә үҙ ишектәрен асасаҡ, тағы бер мәктәп - Стәрлетамаҡта - быйыл март айында тапшырылды, - тип төбәк етәксеһе Президент программаһы ярҙамында 2022-2024 йылдарҙа 146 мәктәп бинаһын тәртипкә килтереүҙе телгә алды.

- Был проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, һәм хәҙер беҙҙең бурысыбыҙ - мөмкин тиклем күберәк уҡыу йорттарыбыҙҙың унда эләгеүен тәьмин итеү. Һәм, әлбиттә, бөтә эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуын күҙәтәсәкбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарын һәм капиталь ремонт менән бәйле бөтә кешеләрҙе был мәсьәләгә етди иғтибар бүлергә саҡырам, - тине Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/wall413272232_1431498

"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
"Проект өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас