Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июня 2025, 11:05

Оятһыҙҙар...

Нефтекамала хәрби дан символдарын мәсхәрә иткән өсөн 20 һәм 21 йәшлек ике егеткә Башҡортостан Республикаһының Юғары суды хөкөм ҡарары сығарҙы.

Оятһыҙҙар...Оятһыҙҙар...
Оятһыҙҙар...

Былтыр бронетранспортёрға һейеп кинәнгәндәрен, улар менән бергә эсеп йөрөгән ҡыҙҙарҙың береһе видеоға төшөрөп, телеграмға һалған.

Ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең ғәйебен тулыһынса таный. Юғары суд уларҙы ике йылға мәжбүри эштәр төрөнә хөкөм иткән. Шулай уҡ уларҙың эш хаҡының 15 процентын дәүләт иҫәбенә күсерәсәктәр. Енәйәтселәр язаны енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм органдары билдәләгән урындарҙа үтәйәсәк. Өс йыл дауамында уларға патриотик саралар үткәреүҙә һәм бәлиғ булмағандарҙы патриотик тәрбиәләүҙә ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү тыйыла.

Ҡыҙҙың эше буйынса суд әле лә бара. Уны интернетта Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен хурлауҙа ғәйепләйҙәр.

Был турала БР Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Видео: https://web.telegram.org/k/#@bashproc

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас