

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 30 хәбәр килә.
Шуларҙың береһе - Өфөнән 83 йәшлек әбей. Ул аферистарҙың алдағына ышанып, 700 мең һумдан ашыу аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсергән.
Өфөнән 39 йәшлек ҡатын да муттарҙың ҡорбаны. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бер ай дауамында ҡатынға популяр мессенджер аша яҙалар, шылтыраталар. Һөҙөмтәлә ул был номерҙар аҫтында йәшерен "валюта алмаштырыусы" төркөмдәр булыуын белә. Был төркөмдәрҙәге кешеләр аша һумдарҙы долларға алмаштырырға мөмкин була. Ошоноң менән ҡыҙыҡһынып, ҡатын чатта валюта алмаштырыу кәрәклеге тураһында яҙа. Артабан уның хәбәренә билдәһеҙ ҡулланыусылар яуап бирә. Аҡсаһын күсергәндән һуң долларҙар көтә, әммә ҡуҡыштан башҡа бер ни килмәй иҫәбенә. Оятһыҙ бәндәләр тағы ла аҡса ебәреүҙе һорай. Шулай итеп, граждан мошенниктар иҫәбенә 2 миллион һум самаһы аҡса күсергән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.