

Был турала БР хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә күләмле форумға йомғаҡ яһап, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте .
Өфөлә 5 июндән 8-енә тиклем үткән Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә Рәсәйҙең 10 төбәгенән 150-гә яҡын уйын һәм уйынсыҡтар етештереүсе вәкилдәре һәм һөнәрселәр ҡатнашты. Фестивалдә иң күп уйынсыҡтар һәм иң күп делегациялар Түбәнге Новгород һәм Киров өлкәләренән килде. "Союзмультфильм" студияһының сатыры - фестивалдең иң йәнле майҙансығы булды.
Фестиваль программаһы бай булды, тематик конкурстар, лекциялар, спорт турнирҙары, популяр Рәсәй артистарының сығыштары, йөҙләгән оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Фото: Форумдың матбуғат хеҙмәте.