Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2025, 09:19

Мәктәптәрҙе ваҡытында ремонтлау кәрәк

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың федераль дәүләт программаһы сиктәрендә мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау барышы тураһында докладын тыңланы.

Мәктәптәрҙе ваҡытында ремонтлау кәрәкМәктәптәрҙе ваҡытында ремонтлау кәрәк
Мәктәптәрҙе ваҡытында ремонтлау кәрәк

Докладтан билдәле булыуынса, Башҡортостанда 1 сентябргә 35 мәктәпте, 2 балалар баҡсаһын һәм 3 колледжды яңыртыу планлаштырыла. Бөгөнгө көнгә ремонт эштәренә бөтә контракттар төҙөлгән, ҡорамалдарҙы, уҡытыу һәм тәрбиә сараларын контрактациялау процедуралары тамамлана.

- Эштәрҙең дөйөм хаҡы яҡынса 2,2 миллиард һум тәшкил итә. Өҫтәүенә уларҙың ҙур өлөшө - 1,9 миллиард һум - федераль бюджет иҫәбенә финанслана, - тип хәбәр итте беренсе вице-премьер.

Доклад һөҙөмтәләре буйынса бөтә учреждениеларҙа ла ремонт эштәре график буйынса алып барылмай. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына һәм бөтә яуаплы кешеләргә быға етди иғтибар бүлергә ҡушты.

- Контроль идаралығы миңә бик ентекле отчет бирҙе. Эш тиҙлеге түбән булған объекттар бик күп. Нимәлер эшләргә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ нимәнелер ваҡытында тапшырмаһаҡ, киләһе йылда беҙгә федераль субсидиялар кәметеләсәк. Был беҙҙең мәктәптәрҙе тәртипкә килтереүҙең берҙән-бер мөмкинлеге. Был ғәҙәттән тыш хәл, быға юл ҡуйырға ярамай. Был аҡсаны юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ. 100% үтәүсәнлек булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Дүрт аҙнанан һуң республика Башлығы ремонт эштәре барышы тураһында ентекле доклад бирергә ҡушты.

- 7 июлдә беҙ муниципалитет башлыҡтарының докладтарын тыңлайбыҙ. Башлыҡтар шәхсән рәүештә ни өсөн етешһеҙлек килеп сығыуы тураһында хәбәр итһендәр, - тип ул проблеманы хәл итер өсөн аныҡ срок бирҙе.

Урал Килсенбаев билдәләүенсә, бөгөнгө көндә хәүеф зонаһында өс объект бар. Был Бөрөләге 8-се мәктәп һәм Нефтекамалағы 11-се һәм 15-се мәктәптәр. Был объекттарҙа төп ҡыйынлыҡтар сметаны сифатһыҙ төҙөү менән бәйле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында йәлеп ителгән федераль средстволар күләме буйынса 1-се урынды һәм дөйөм Рәсәй буйынса 3-сө урынды, шулай уҡ ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә 2-се урынды биләне.

Өс йыл эсендә республикала 137 мәктәптә 146 мәктәп бинаһы ремонтланған. Был 57 меңдән ашыу яңы уҡыу урыны булдыра. Эштәр 45 районда һәм ҡала округында үтә, дөйөм сығымдар күләме 8 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

2025 йылдан программа мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү объекттары менән киңәйтелә.

Фото: ЦУР РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас