Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2025, 09:30

Был балапандар ҡайҙа ла алда!

Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында Ҡорбан байрамы айҡанлы балаларға Ялан табыны әҙерләнгән!

Был балапандар ҡайҙа ла алда!Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Был балапандар ҡайҙа ла алда!

Үргисеү яланында ашнаҡсы Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Рәхимова ҡорбан итенән ашап туйғыһыҙ тәмле аш бешерһә, улы Рәсих тел йоторлоҡ былау әҙерләгән. Күңелле уйындар, спорт ярышы, башватҡыс викторина барыһын да берләштергән, һәр кемде дәртләндергән, сикһеҙ ҡыуаныс өҫтәгән. Яҡшы тәъҫораттарға ғына түгел, бүләктәргә, күстәнәстәргә байып ҡайтҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар! 

Нәсимә менән Әсғәт Йәһүҙиндарға -  күркәм байрам ойошторғандары өсөн ауылдаштары рәхмәт уҡып бөтә алмай. Ҡорбан байрамы көнө иһә Ҡәйүм менән Мөслимә Нәбиуллиндар ҡорбан ашы ашатҡан.

Ай, афариндар! Ошо матур сара йолаға әйләнһен, тип теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/nowobalapanowo?from=search

Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Был балапандар ҡайҙа ла алда!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас