Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2025, 10:05

БДИ-ның яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылғы сығарылыш уҡыусыларына БДИ-ның яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм имтихандарҙа артабан да уңыштар теләне.

БДИ-ның яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт!БДИ-ның яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт!
БДИ-ның яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт!

ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул тәүге өс предмет буйынса яҡынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

- БДИ буйынса тәүге мәғлүмәттәр бар: тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса һөҙөмтәләр килде. Беҙҙә 100 балл йыйған 72 уҡыусы. Бик яҡшы, ҡотлайым. Был былтырғы һөҙөмтәләрҙән күпкә юғарыраҡ. Беҙ белем сифатының үҫеүен күрәбеҙ. Артабан балаларҙың нисек эшләүен күрербеҙ, уларға уңыштар теләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас