

Ҡасан барып инмә, ихлас итеп
Ҡаршы алып торған туған бар.
Мең мәшәҡәт тулы йөрәгендә
Туғанына һәр саҡ урын бар.
Тормош мәшәҡәтен еңер өсөн
Иңен ҡуйған яҡын туған бар.
Туғанлыҡтың ҡөҙрәтен татып
Күҙҙәремә йәштәр тулған бар.
Ғүмер юлындағы кәртәләрҙе
Бергә һүтер өсөн туған бар,
Шатлыҡ ҡына түгел, ҡайғыны ла
Бүлешерлек булһын туғандар.
Күңел асып, табын ҡорор өсөн
Атай, әсәй биргән туған бар.
Бер- беребеҙҙең ҡулдарынан әле
Күпме бергә эсәр һыуҙар бар!
ИншәалЛаһ.
Донъялағы иң ҙур байлығымдан-
Яҙҙырмаһын Аллам иманымдан.
Иманлыҡтың бер билдәһе булған
Айырмаһын бер үк туғанымдан.
Гөлзифа Исрафилова.